Бында үҙенең йәшәгән ерендәге ғөрөф-ғәҙәттәрҙе өйрәнгән һәм таратҡан фольклор-этнография ансамблдәре, фольклор һәм вокал коллективтары, урыҫ йырҙары ансамблдәре һәм хорҙары, балалар сәнғәт, музыка мәктәптәренең коллективтары, студенттарҙың йәштәр фольклор клубтары һәм берекмәләре, айырым башҡарыусылар, фольклорҙы һөнәри тикшереүселәр, ауылдарҙағы инициативалы төркөмдәр, мәҙәниәт ирекмәндәре, урыҫ мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһынғандар ҡатнашырға саҡырыла. Сара программаһында айырым төбәктәрҙә урыҫ халыҡ йырҙарын башҡарыу үҙенсәлектәрен һәм традицияларҙы өйрәнеү буйынса семинар, конкурсты асыу тантанаһы, коллективтар һәм айырым башҡарыусыларҙы тыңлау, жюри ағзалары һәм бәйгелә ҡатнашыусылар менән «түңәрәк өҫтәл», экскурсия программаһы, оҫталарҙың күргәҙмә-йәрминкәһе, конкурста ҡатнашыусыларҙы бүләкләү, концерт ҡаралған.