+13 °С
Облачно
VKOKTelegram
Бәйгеләр
18 Мая 2021, 05:54

«Асыштар иле» конкурсы ТикТok селтәрендә бара

«Асыштар иле» видеояҙмалар конкурсы 31 майға тиклем оҙайтылды. Унда 15 – 17 йәштәге уҡыусылар ҡатнаша ала.

Бәйгелә ҡатнашырға теләүселәр үҙенең ҡалаһы, төбәге йәки крайы хаҡында 3 минут оҙонлоғонда видео төшөрөп, ТикТok селтәренә ҡуя. Иң мөһиме: туристарҙың иғтибарын йәлеп итерлек урындарҙы һынландырырға мөмкин. Арт-объекттар, фәнни-мәҙәни үҙәктәр, предприятиелар, ойошмалар, ресторандар һәм ғәҙәти булмаған ерҙәр булһа, бигерәк тә һәйбәт. Төшөргән видеояҙмағыҙға #странаоткрытий һәм #ҡалағыҙ исеме (Мәҫәлән, #Уфа) хэштектарын да ҡуйырға онотмағыҙ. Еңеүселәргә иҫтәлекле приздар ҙа тапшырыласаҡ.
Читайте нас