+14 °С
Облачно
VKOKTelegram
Бәйгеләр
20 Мая 2021, 10:53

Иң яҡшы команда Бөтә Рәсәй этабында ҡатнашасаҡ

Мәләүез районының «Таулы һауа» сәләмәтләндереү үҙәгендә «Хәүефһеҙ тәгәрмәс» йәш инспекторҙар хәрәкәте отрядтарының республика конкурсы финалы үтәсәк. Уны мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡортостан республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы ойоштора.

Ябыу тантанаһы 26-һынан 29 майға тиклем уҙасаҡ. Конкурс белем биреү учреждениеларындағы йәш инспекторҙар хәрәкәте отрядтарының иң яҡшы командаларын һәм ағзаларын асыҡлауға, юл-транспорт ваҡиғаларын һәм юлдарҙа балаларҙың йәрәхәтләнеүен иҫкәртеүгә йүнәлтелгән. Сарала үҙҙәренең район-ҡалаларында еңеү яулаған командалар көсөн һынаясаҡ.
Йәш инспекторҙарҙың оҫталығын баһалама төркөмө алты йүнәлеш буйынса баһалаясаҡ. Уларҙы «Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белеү оҫталары» теоретик, «Тәүге ярҙам күрһәтеү буйынса белем нигеҙҙәре», «Йәшәү эшмәкәрлеге нигеҙҙәре» һәм «Велосипедты фигуралы йөрөтөү», «Автоҡаласыҡ» практик имтихан, «Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге өсөн – бергә» ижади конкурсы көтә.
Еңеүселәргә дипломдар, бүләктәр тапшырыласаҡ. Иң яҡшы тип табылған командаға Ярославск өлкәһенә конкурстың Бөтә Рәсәй этабына юллама биреләсәк.
Читайте нас