Уртаса йәштәгеләр араһында Гран-приҙы Өфөләге 48-се башҡорт лицейының VII синыфы уҡыусыһы Азалия Хөсәйенова алды. Һеҙ уны "Тау-тау хәбәр" тапшырыуын алып барыусы булараҡ та беләһегеҙҙер. Азалия бәләкәйҙән йырларға ярата, тасуири һөйләүгә әүәҫ, бейей ҙә. Яңыраҡ "Атайыма" тигән йыр яҙҙырҙы һәм интернет киңлектәренә сығарҙы, халыҡ бик оҡшатты. "Башҡортостан гүзәле" бәйгеһенең ҡағиҙәһе буйынса Азалия менән бергә атаһы ла сәхнәгә сығып, уның тураһында шиғри юлдар аша тамашасыға һөйләне. Әйткәндәй, ҡыҙҙың атаһы - Бөрйән районы Брәтәк ауылынан, ә әсәһе Ейәнсура районы Ҡужанаҡтан. Һәләтле, телһөйәр бала үҫтерәләр, күҙ теймәһен!