Бөтә Рәсәй конференцияһының финал һөҙөмтәләре буйынса «Йыл остазы» номинацияһында Мәләүез районының йәш техниктар станцияһы директоры Вәсил Исмәғилев еңеүсе тип табылды. Был номинацияла еңгәндәр өсөн приз фонды 100 мең һумды тәшкил итә. Вәсил Муса улын лайыҡлы еңеүе менән ҡотлайбыҙ!