+22 °С
Ясно
VKOKМакс
Бәйгеләр
29 Мая 2021, 07:42

Бейеү донъяһында

Матур байрам ҡарап ҡайт­тыҡ әле. Баймаҡтағы Балалар ижады үҙәге «Бейеү донъяһын­да» тигән конкурс үткәрҙе. Унда райондың 11 коллективы сығыш яһаны.


Был бәйгелә йәш хәбәрсебеҙ, ҡаланың 4-се лицей уҡыусыһы Йәнгүзәл Зәйнуллина ла ҡатнашты. Ҡайһылай оҫта бейей икән үҙе! Уға беҙ «Йәншишмә»­нең Ғәбиҙулла Зарипов исемендәге аҡсалата премияһын тапшыр­ҙыҡ. Бейеүе өсөн түгел, гәзит үткәргән бәйгеләрҙә еңгәне һәм әүҙем яҙыш­ҡаны өсөн лайыҡ булды ул бүләгебеҙгә. Шулай уҡ был көндө «Йәншиш­мә»гә – синыф менән!» акцияһында ҡатнашҡан 4-се лицейҙың IV «Б» синыфы (етәкселәре Зөбәйҙә Әүхәҙи ҡыҙы Той­ғонова) һәм Өмөтбай мәктәбенең V синыфы (Гүзәлиә Әсләм ҡыҙы Камалова) Маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәр алып һөйөндө.

М. СӘЙЕТОВ.

Баймаҡ ҡалаһы.
Читайте нас