+21 °С
Облачно
VKOKTelegram
Бәйгеләр
1 Июня 2021, 09:57

Йәш әкиәтселәргә икеләтә байрам булды

“Һаумы, һаумы, әкиәт!" донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡорт телендә һөйләүселәрҙең төбәк-ара конкурсы быйыл VI Бөтә донъя фольклориадаһына арнап үткәрелде. Бәйге өс номинация буйынса барҙы: «Әкиәтте яңғыҙ башҡарыусылар», “Мультипликацион һәм анимацион фильм», «Әкиәтте сәхнәләштереү».

Конкурстың беренсе этабына балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре һәм башланғыс синыф уҡыусыларынан 347 эш ҡабул ителгән. Башҡортостандан ғына түгел, Татарстан Республикаһынан, Ырымбур, Силәбе, Һамар өлкәләренән, Пермь крайынан да балалар ҡатнашҡан. Әкиәттәрҙе башҡорт, урыҫ, татар, удмурт, мари, сыуаш һәм башҡа телдәрҙә һөйләгәндәр.
19 майҙа онлайн форматта үткән икенсе этапта 70 кескәй әкиәтсе ҡатнашҡан.
Гран-приға Әбйәлил районы Амангилде ауылының “Ҡарлуғас" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе – 5 йәшлек Азиза Даушева лайыҡ булды. Ә уҡыусылар араһында иң-иңе - Өфөләге 28-се коррекцион интернат-мәктәбенең II синыфынан Анна Гусева.
“Әкиәтте сәхнәләштереү" номинацияһында Фёдоровка районының Фёдоровка ауылындағы “Ҡыңғырау" һәм Мәләүез районы Ергән ауылының “Ҡояшҡай" балалар баҡсалары еңеүсе булды. Уҡыусылар араһында иһә Шишмә районының Рөстәм Абзалов исемендәге Алкин мәктәбенең IV синыф уҡыусылары, Өфөләге 48-се башҡорт лицейының йәкшәмбе мәктәбенең фольклор коллективы беренселекте алды.
Иң яҡшы йәнһүрәттәрҙе – Ҡазандың 363-сө, Өфөләге 75-се “Аҡбуҙат" балалар баҡсалары, Хәйбулла районы Аҡъярҙағы 1-се мәктәптең II синыфынан Ләйлә Сынбулатова төшөргән.
Шуныһы ҡыуаныслы: еңеүселәрҙе 1 июнь – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә Өфөнөң Иван Якутов исемендәге балалар ял паркына тантанаға саҡырып бүләкләнеләр. Йәш әкиәтселәр һәм, әлбиттә, уларҙың етәкселәре, атай-әсәйҙәре өсөн икеләтә байрам булды был.
Конкурста ғаиләләре менән ҡатнашыусылар ҙа бүләкләнде. Әкиәт геройҙары ҡатнашлығындағы күркәм сара төрлө тарафтарҙан йыйылған ҡыҙҙар һәм малайҙарға бик оҡшаны.
Баһалама комиссияһы ағзаһы, шағирә Лилиә Ҡәйепова апайҙарының һүҙҙәрен дә күңелдәренә һалып ҡуйғандарҙыр, моғайын. Туған тел аша бүтән сит телдәргә ишек асылыуы тураһында әйтте ул. Ә күпме тел белһәң, шул тиклем белемлерәк, киң ҡарашлыраҡ булаһың.
Атай-әсәйҙәр башҡортса һөйләшһә, бишек йырҙары башҡортса яңғыраһа, өләсәйҙәр туған телдә әкиәт һөйләп торһа, киләсәк быуын да туған телен хөрмәтләр, туған телендә һөйләшер һәм уны йәшәтер. Белем усағында ла балалар үҙ телен өйрәнергә хоҡуҡлы. Бының өсөн атай-әсәйҙәр туған телде өйрәтеүҙе һорап ғариза яҙырға тейеш.
Читайте нас