+21 °С
Облачно
VKOKTelegram
Бәйгеләр
2 Июня 2021, 11:50

Алина Хәбирова – Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе

Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, «Ломая барьеры» социаль технологиялар үҙәге директоры Алина Хәбирова «Вектор детства» Бөтә Рәсәй конкурсында «Инвалид балаларға, сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгәндәргә ярҙам» номинацияһында еңеүсе булған. Уға награданы, Кемеровола үткән «Вектор детства» Бөтә Рәсәй форумына ярашлы, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Анна Кузнецова тапшырған.

Алина Хәбированың һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн «Йәшәй беләм» проекты иң яҡшы ун төбәк проекты исемлегенә ингән. Конкурста барлығы 1 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.
Был проект айҡанлы сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгән 510 бала социаль-конкүреш оҫталыҡтарына өйрәнгән, төрлө эшмәкәрлектә тәжрибә алған. Иң беренсе сиратта, аңлы рәүештә баланың проблемаһын хәл итеү өсөн ошондай балаларҙың атай-әсәйҙәре менән эш яйға һалынған. Инвалид балаларҙы социалләштереү ике йүнәлештә алып барылған. Береһе «Погуляй со мной» социаль акцияһы булһа, икенсеһе – социаль-коммуникатив оҫталыҡтарҙы булдырыу өсөн саралар аша. Күренекле кешеләр менән осрашыуҙар, яраҡлаштырыу лагерҙары проектҡа ярашлы ойошторолған.
Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 2016 йылда ҡабул ителгән «Уңайлы мөхит 2017 – 2022» дәүләт программаһына ярашлы, республикабыҙҙа 300 меңдән ашыу инвалид иҫәпләнә. Йыл һайын инвалид балалар һаны 500-гә арта...
Читайте нас