+25 °С
Дождь
VKOKTelegram
Бәйгеләр
4 Июня 2021, 09:11

Конкурс еңеүселәрен ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙерле дуҫтар! "Йәншишмә" гәзите төркөмөндә Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арнап иғлан иткән "Бала саҡ илендә" исемле конкурсыбыҙ тамамланды.

Тәүге этапта фотолар туплаһаҡ, 1 июндә иң күп лайыҡ йыйғандарын махсус ҡушымта ярҙамында тауыш биреүгә ҡуйҙыҡ. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, тауыш биреү бөгөн, йәғни 4 июнь 14 сәғәттә тамамланды. Ҡушымта, тауыштар һанына ҡарап, еңеүселәрҙе билдәләп тә ҡуйҙыҡ: https://vk.com/app7198399_-45440006#poll60b649b1967cc..
Тауыш биреүҙә бөтәһе 2005 кеше ҡатнашты. Шулай итеп, Хәйбулла районы Аҡъяр ауылынан Илүзә Кәримованың фотоһы I урын алды. Йылайыр районы Юлдыбай ауылынан Луиза Хамматованың "Өс таған"ы - II урында.
III урында- Учалынан Зилиә Мөхәмәтғәлинаның фотоһы.
Алдан вәғәҙә итеүебеҙсә, еңеүселәргә "Йәншишмә" редакцияһының Маҡтау ҡағыҙы һәм бүләктәр тапшырыласаҡ.
Конкурсыбыҙҙың бағымсыһы - "Бәхет" ғаилә клиникаһы ( vk.comskbehetufa, етәксеһе - Зилә Рәйес ҡыҙы Фәхрисламова). Был клиникала өлкәндәр ҙә, балалар ҙа һаулыҡтарын тикшертә, дауалана ала.
Бүләктәр: I урын - "Бәхет" ғаилә клиникаһына 1 мең һумлыҡ сертификат һәм 1000 һум аҡса.
II урын - "Бәхет" ғаилә клиникаһына 1 мең һумлыҡ сертификат һәм 1000 һум аҡса.
III урын - "Бәхет" ғаилә клиникаһына 1 мең һумлыҡ сертификат һәм 500 һум аҡса.
Бағымсыбыҙға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.
Шулай уҡ IV, V, VI урын алыусыларға ла бүләктәребеҙ бар. Әбйәлил районынан Физәлия Әхмәтйәнова, Өфө ҡалаһынан Юлиә Кирәева һәм Миәкәнән Светлана Ғәлләмоваға "Йәншишмә" гәзитенә 2021 йылдың алдағы яртыһына подписка эшләп, гәзитебеҙ ойошторған "Яҙыл да бүләк от!" уйынында ҡатнаштырасаҡбыҙ.
Барығыҙҙы ла ҡотлайбыҙ, дуҫтар! Киләсәктә үткәреләсәк конкурстарҙа ла әүҙем ҡатнашыуығыҙҙы теләйбеҙ.
Иғтибар: бүләктәр киләһе аҙнала тапшырыласаҡ.
Читайте нас