+19 °С
Облачно
VKOKTelegram
Бәйгеләр
9 Июня 2021, 08:34

“Өләсәйем әкиәттәре”нең тағы бер төркөм еңеүселәре тәбрикләнде

“Өләсәйем әкиәттәре”нең еңеүселәренә арналған беренсе этап 28 майҙа үткәйне.

Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, был конкурсты Президент гранттары фонды, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты һәм Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто булышлығында Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте (рәйесе – Гөлнур Ҡолһарина, ул БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты ла) ойошторҙо. Конкурс халыҡ ижады өлгөләрен һөйләү оҫталығын үҫтереү, ауыҙ-тел ижадын һаҡлау, һәләтле әкиәтселәрҙе асыҡлау, әкиәт жанрын, халыҡтың рухи ҡиммәттәренең мөһим күрһәткесе булараҡ фольклорҙы популярлаштырыу маҡсатында үткәрелде.
Проектта 500-ҙән ашыу ҡатнашыусы көс һынаған. Бында яңғыҙ ҙа, ғаилә менән ҡатнашыусылар ҙа, балалар баҡсалары, мәктәптәр, өҫтәлмә белем биреү учреждениелары, махсус урта һәм юғары белем биреү ойошмалары коллективтары, төрлө ижади коллективтар, фольклорсы, телселәр, башҡорт халыҡ ижадын өйрәнгән башҡа белгестәр ҡатнашҡан.
Конкурста еңеүселәр төрлө йәшкә бүленгән бер нисә: “Башҡорт халыҡ әкиәтен иң оҫта һөйләүсе”, “Башҡорт халыҡ әкиәтен иң оҫта һөйләгән коллектив”, “Башҡорт халыҡ әкиәтен иң оҫта һөйләгән ғаилә” номинацияларында билдәләнде.
Бөгөн “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан төбәк бүлексәһенең ултырыштар залында конкурс йомғаҡтарын барлауҙың 2-се этабы булды. Иң алыҫтан – Хәйбулла, Йылайыр, Ейәнсура яҡтарынан, Мәләүез, Ишембай, Краснокама һәм башҡа бихисап төбәктәрҙән килгән конкурсант-еңеүселәр лайыҡлы наградаларын алып ҡыуанды.
Конкурста барлығы 53 еңеүсе билдәләнде. Араларында Хәйбулла ҡыҙы, 3 кенә йәшлек Әмилә Рәхмәтуллина, Мәләүездән 8 йәшлек Самир Латипов та бар. Лауреаттарға кубоктар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
Автор: Равиля Гатауллина
Читайте нас