+15 °С
Облачно
VKOKМакс
Бәйгеләр
13 Июня 2021, 04:23

Афарин, Аллабирҙиндар!

Республикабыҙҙың атай-әсәйҙәр һәм педагогтар ассоциацияһы Баш­ҡортостан Башлығы грантын отоп, гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды, мәғариф һәм фән, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлыҡтары ярҙамында «Ғаилә кадрҙа» бәйгеһен ойошторғайны.


Был бәйгенән беҙҙең Иҫәнғол ауылындағы Аллабирҙиндар ғаиләһе лә ситтә ҡалманы. «Ләйсән» балалар баҡсаһының «Йәйғор» төркөмө тәрбиәләнеүсеһе Алмас ата-әсәһе менән Халыҡ-ара ғаилә көнөндә ошо конкурстың бүләкләү сараһында ҡатнашты. Фестиваль бик ҡыҙыҡлы үткән. Унда ғаиләләр үҙҙәренең шөғөлдәре тураһында һөйләгән, ҡул эштәренән торған күргәҙмә ойошторған, аниматорҙар балаларҙың күңелдәрен асҡан, «түңәрәк өҫтәл»дә ҡатнашҡандар. Һәр ғаилә милли ризыҡтар әҙерләп алып килеп, тәмлекәстәр менән сәй эсеп, үҙ-ара аралашҡандар.

Аллабирҙиндар бик татыу, эшһөйәр ғаилә икәнен районыбыҙҙа күптәр яҡшы белә. Улар беҙҙең төркөмдөң уйын майҙансығына, балаларға нимә генә эшләмәне?! Шундай оҫталар, ҡулдарынан килмәгән эштәре юҡ! Иң кеселәре Алмас бына тиҙҙән балалар баҡсаһы менән хушлашасаҡ. Ата-әсәһе, апаһы, ағалары кеүек, ул да егәрле булып үҫер әле. Уңыштар һиңә, Алмас! Рәмилә Рафиҡ ҡыҙына һәм Фәрит Фәрхетдин улына тик рәхмәттәр генә әйтәбеҙ.

Гөлназ НАЗАРОВА, тәрбиәсе.

Ейәнсура районы,

Иҫәнғол ауылы.
Читайте нас