+10 °С
Облачно
VKOKTelegram
Бәйгеләр
17 Июня 2021, 19:20

Иғтибар! Йәш экологтарҙы халыҡ-ара сарала ҡатнашырға саҡыралар

Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы йәш экологтарҙы һәм уҡытыусыларҙы халыҡ-ара "Экология – һәр кемдең бурысы" конкурсында ҡатнашырға саҡыра.

Рәсәйҙән әлеге мәлдә был премияға дәғүә итеп 500-ҙән ашыу эш ебәргәндәр. Башҡортостандан ике эш теркәлгән. Италия, Бельгия, Эстония, Белоруссия, Үзбәкстан, Ҡаҙағстандан ҡатнашыусылар ҙа бихисап.
Конкурста ҡатнашыу өсөн https://экологияделокаждого.рф. һылтанмаһы буйынса шарттары менән танышырға кәрәк. Эштәр 2021 йылдың 1 октябренә тиклем ҡабул ителә. Әйҙәгеҙ, йәш экологтар, үҙегеҙҙе һынап ҡарағыҙ ошо сарала!
Фото интернет селтәренән.
Читайте нас