– Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте ойошторған был проект тураһында ишетеп ҡалғас, бәйгенең шарты буйынса, быға тиклем бер ҡайҙа ла баҫылмаған әкиәт эҙләй башланыҡ. Ай-һай, табыуы ныҡ ҡыйын булды. Ярай әле тыуған яғым Хәйбулла районының Әбеш ауылында йәшәгән ағайым – Камил Ниғмәтйән улы Илембәтов ярҙамға килде. Билдәле ҡурайсы, халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы, фольклорсы ул. Ағайым беҙгә «Сүлмәк» исемле әкиәтте тәҡдим итте. Уҡып ҡараныҡ та бәйгегә әҙерләнә лә башланыҡ.
Шуныһы ҡыуандырҙы: был әкиәт Искәндәргә лә оҡшаны. Тик уға Хәйбулла ерлегендә таралған ҡайһы бер диалекттарҙы аңлауы ауыр булды. Мәҫәлән, «тамаҡ», «сүлмәк» һүҙҙәре Салауат районында ҡулланылмай. Бөтәһен дә үҙем төшөндөрөп, аңлатып бирҙем, – тип һөйләй уҡытыусыһы Әминә Ниғмәтйән ҡыҙы Юнысова.
Искәндәр – бик һәләтле малай. Өсөнсө синыфты «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә тамамлаған. Әкиәттәр, шиғырҙар һөйләү, һүрәт төшөрөү бәйгеләрендә әүҙем ҡатнаша икән. Һынатмай, еңеүҙәр ҙә яулай. Салауат Юлаев, Мостай Кәрим, Рәми Ғарипов, Сафуан Әлибаев, Ғәбиҙулла Зарипов яҙған шиғырҙарҙы яттан һөйләп, дипломдар, Маҡтау ҡағыҙҙары, сертификаттар һәм иҫтәлекле бүләктәр алып һөйөнгән.
Уның шундай ҙур ғаиләнән икәнен дә белдек. Искәндәр – 12 баланың 11-сеһе!
Ә бәйгегә килгәндә, «Сүлмәк» әкиәтен һайлау уңышҡа килтерҙе. Әйткәндәй, Камил Илембәтов уны Хәйбулла районының Вәзәм ауылында Зөлайха Сурина инәйҙән 1997 йылда яҙып алған.
– Искәндәргә әкиәтте уҡып видеоға төшөргәндә Әлкә мәктәбе уҡытыусыһы Илвира Ҡашбулла ҡыҙы Заһиҙуллина ныҡ ярҙам итте. Рәхмәт инде үҙенә. Ә видеоны шул мәктәп музейында төшөрҙөк, – ти Әминә Ниғмәтйән ҡыҙы.
Матур килеп сыҡҡан сығышы! Искәндәрҙең оҫталығына, әкиәтте шундай тасуири, килештереп һөйләүенә күптәр һоҡланды. Афарин!
Бәләкәй әкиәтсегә уңыштар теләп ҡалабыҙ. Гел шулай һынатмаһын, ата-әсәһен, туғандарын, уҡытыусыһын ҡыуандырып ҡына торһон, үҙенең Салауат тоҡомонан икәнен бер ҙә онотмаһын!