+20 °С
Облачно
VKOKTelegram
Бәйгеләр
23 Июля 2021, 09:02

"Токио-2020" олимпиадаһында кемдәр ҡатнаша?

Токиола йәйге олимпиада уйындарында Рәсәй данын Башҡортостандан 5 спортсы яҡлаясаҡ.

"Токио-2020" олимпиадаһында кемдәр ҡатнаша?"Токио-2020" олимпиадаһында кемдәр ҡатнаша?
"Токио-2020" олимпиадаһында кемдәр ҡатнаша?

Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, рапирасы, фехтование буйынса ике тапҡыр донъя һәм Европа команда беренселеге чемпионы Аделина Заһиҙуллина, шулай уҡ Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, өс тапҡыр Европа чемпионы, рапирасы Тимур Сафин, ишеү сламомы буйынса донъя кубогы чемпионы Алһыу Минәзова, байдаркала һәм каноэла ишеү буйынса Европа кимәлендәге ярыштар еңеүсеһе Александр Сергеев Япониялағы олимпиада уйындарында ҡатнаша. Алһыу Минәзова һәм Александр Сергеев - Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастерҙары. Тағы илдең ҡатын-ҡыҙҙар командаһында республикабыҙҙан байдаркала һәм каноэла ишеү буйынса спортсы Варвара Баранова бар. Ул да - Рәсәйҙең спорт мастеры, Европа һәм Рәсәй чемпионы, донъя беренселеге призеры.

Фото: rusfencing.ru

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас