

Быйыл конкурста 1 мең 500 бала ҡатнашырға теләк белдергән. Шуныһы ҡыуаныслы: бәйгегә Башҡортостандан ғына түгел, сит төбәктәрҙән дә киләләр.
Быйылғы "Байыҡ"тың еңеүселәре кемдәр һуң? "Яңғыҙ бейеү" номинацияһында Белорет районынан "Маршрут" бейеүен башҡарған Ильвир Мырҙағәлин иң-иңе тип табылды. "Дуэт" номинацияһында Ейәнсуранан "Рекрут" бейеүен башҡарған Динияр Сәйфуллин менән Руслан Юлдыбаев еңеүсе булды.
Ансамблдәр араһында Әбйәлилдән "Алтынай", Күгәрсендән "Гөрләүек" өлгөлө ансамблдәре, Учалынан "Уралтау" хореография студияһы Гран-приға лайыҡ булды. Маладистар!
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.