+27 °С
Облачно
VKOKTelegram
Бәйгеләр
13 Августа 2021, 04:50

"Байыҡ" еңеүселәрен ҡотлайбыҙ!

Балалар араһында ойошторолған «Байыҡ»республика телевизион конкурсының тәүге туры быйыл ҡороғорвирус пандемияһы арҡаһында онлайн форматта үтте

"Байыҡ" еңеүселәрен ҡотлайбыҙ!"Байыҡ" еңеүселәрен ҡотлайбыҙ!
"Байыҡ" еңеүселәрен ҡотлайбыҙ!

Һайлап алыу турында 1 мең 500 бала ҡатнашҡан. Баһалама комиссияһы иң оҫта бейеүселәрҙе һайлап алған. Финалға сығыусыларҙың Гала-концерты Өфөлә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында булды. Унда 300-ләгән бейеүсе ҡатнашты. Башҡорт бейеүенә йәш быуын тарафынан да иғтибар, ихтирам арта. Элекке матур бейеүҙәр тергеҙелә, яңылары ла һалына. Уларҙа халҡыбыҙ тарихы, менталитеты сағылыш таба.
Быға тиклем Гала-концертта Греция, Төркиә, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Украина илдәренән, Чечен, Ҡабарҙы-Балҡар, Татарстан, Бүрәт, Осетия, Хакасия республикаларынан бейеү коллективтары ҡунаҡ булараҡ сы­ғыш яһай торғайны. Пандемия географияны сикләне.

Быйылғы «Байыҡ»тың еңеүселәре кемдәр һуң? «Яңғыҙ бейеү» номи­нацияһында Белорет районынан «Маршрут» бейеүен башҡарған Илвир Мырҙағәлин иң-иңе тип табылды. «Дуэт» номинацияһында Ейән­суранан «Рекрут» бейе­үен башҡарған Динияр Сәйфуллин менән Рус­лан Юлдыбаев – еңеү­се.
Ансамблдәр араһында Әбйәлилдән «Алтынай», Күгәрсендән «Гөрләүек» өлгөлө ансамблдәре, Учалынан «Уралтау» балалар хореография студияһы Гран-приға лайыҡ булды. Маладистар!
Учалы филармония­һының «Уралтау» бейеү ансамбле ҡарамағындағы «Уралтау» балалар бейеү студияһында дүрт йәштән дүрт төркөмдә шөғөлләнәләр икән. Йәш бейеүселәр аҙна­һына өсәр, дүртәр тап­ҡыр дәрестәрҙә бейеү серҙәренә төшөнә. Етәк­селәре Фәнилә һәм Азат Буранбаевтар төрлө бейеүҙәр өйрәтә, шулай ҙа башҡорт бейеүенә өҫтөнлөк бирәләр, әлбиттә.
– Студиябыҙ 5 йыл эшләй. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, Гран-при, I урындар алып торабыҙ, Аллаға шөкөр. Солистарыбыҙ Камила Боровик, Айназ Аманов, Динислам Ғимаев менән ғорурлана алабыҙ. Коллектив менән сит илдәр­ҙә – Төркиәлә, Әзербайжанда фестивалдәрҙә ҡатнаштыҡ. Ә «Байыҡ»­ҡа 12 парҙан торған өлкән төркөм менән килдек. Фәйзи Ғәскәровтың «Беҙҙең байрам» тигән бейеүен күрһәттек. Еңеү­се булғас, балалар бик шатланды, әлбиттә. Ал­ла бирһә, киләһе йылдарҙа ла «Байыҡ» телевизион конкурсында ҡат­нашырға уйлайбыҙ. «Байыҡ» проектының етәксеһе Рита Өмөт­баеваға һәм уның ко­мандаһына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Гала-концерт шаулап-гөрләп үтеп китте. Байрам балаларға бик оҡшаны. Уны ойоштороу­сыларға артабан да ижади уңыш­тар теләп ҡалабыҙ, – ти Фәнилә Буранбаева.
Әйткәндәй, Учалылар­ҙан Айназ Аманов «Генерал Игеҙәков» бейеүе менән соло номинация­һында лауреат булды. Ә «Уралтау» балалар бейеү студияһы етәксеһе Азат Буранбаев «Иң яҡ­шы етәксе – 2021» исемен алды.
Конкурс республиканың йәш бейеүселәре араһында ғына түгел, бейеү коллективтары етәкселәре араһында ла киң танылған проект, аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы ла булып тора.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

"Байыҡ" еңеүселәрен ҡотлайбыҙ!
"Байыҡ" еңеүселәрен ҡотлайбыҙ!
"Байыҡ" еңеүселәрен ҡотлайбыҙ!
Читайте нас