

– Мин Таһир Күсимов исемендәге гимназияға уҡырға барам. Тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшеп, атай-әсәйемдең ғорурлығы буласаҡмын. Бөйөк Еңеүҙе ҡаршылаған яҙҙа, 9 майҙа, тыуғанмын. Минең өсөн ныҡышмалылыҡ, эшемде еренә еткереп эшләү кеүек сифаттар иң мөһиме булып тора. Шуға ла үҙемә ныҡ ышанам һәм маҡсатыма өлгәшәсәкмен,– тип һөйләй Нурия. Шәп! Ҡотлайбыҙ!