+16 °С
Облачно
VKOKTelegram
Бәйгеләр
1 Сентября 2021, 06:25

Ғайсар – мәктәптә

Бөгөн Ғайсар Мөхәмәтйәнов Сибай ҡалаһының 6-сы мәктәбенә уҡырға барҙы. Уҡытыусыһы Фатима Ишмырҙа ҡыҙы Таулбаева йылмайып ҡаршы алды. Ғайсарға мәктәп ныҡ оҡшай.

Ғайсар – мәктәптәҒайсар – мәктәптә
Ғайсар – мәктәптә

Әсәһе "Йәншишмә" гәзитен улына бүләк итеп яҙҙыртҡан. Афарин! Әйткәндәй, уларҙың өйҙәрендә быға тиклем дә "Йәншишмә"не алдыралар ине. Бик хуп!

Ғайсар, ҡотлайбыҙ! Уңыштар һиңә!

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: конкурста ҡатнашыусыларҙан хаттар күп килә. Шуға  бәйгебеҙҙе дауам итәбеҙ. Уҡыусы балалар хаҡында яҙылған хат, фото һәм гәзиткә яҙылыу квитанция-копияһын "Бәйләнештә"ге төркөмгә ебәрегеҙ, дуҫтар!

Ғайсар – мәктәптә
Ғайсар – мәктәптә
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас