+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
8 Сентябрь 2021, 12:45

Аҡ юл һиңә, Амелия!

Амелия Ғәҙелшина Миловка ауылында йәшәй. Ул Яркий микрорайонының "СМАРТ" полилингваль мәктәбенә уҡырға барҙы.

Аҡ юл һиңә, Амелия!
Аҡ юл һиңә, Амелия!

Был белем усағында тик "бишле" билдәләренә генә уҡырға бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған. Тимәк, Амелия һынатмаҫ, тип ышанабыҙ!

Ә гәзит-бүләкте Амелияға өләсәһе яҙҙыртты. Афарин!

Иҙегеҙгә төшөрәбеҙ: конкурс дауам итә. Ҡатнашырға теләүсе дуҫтарыбыҙ, тәүгә мәктәпкә барыусы бала хаҡындағы мәғлүмәт, фото һәм "Йәншишмә"гәзит-бүләгенең квитанция-копияһын 30 сентябргә тиклем редакцияның электрон почтаһына [email protected] йә "Йәншишмә"нең "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге төркөмөнә ебәрегеҙ.

Аҡ юл һиңә, Амелия!
Аҡ юл һиңә, Амелия!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: