-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
8 Сентябрь 2021, 10:45

“Беренсе урынға ынтылырға тейешбеҙ”

Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында республика Башлығы Радий Хәбиров "WorldSkills Russia" еңеүселәре һәм призёрҙары менән осрашты.

“Беренсе урынға ынтылырға тейешбеҙ”
“Беренсе урынға ынтылырға тейешбеҙ”

Ул ҡатнашыусыларға үҙе һәм республика халҡы исеменән ҙур рәхмәт белдерҙе. “Һеҙҙең еңеү бар республиканы рухландыра, Башҡортостандың еңеүсе була алыуын да күрһәттегеҙ, беҙ – лидер. Тимәк, беҙ еңеүсе идеологияһын кире ҡайтара башлайбыҙ”, – тине ул. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, киләһе чемпионаттарға бик етди әҙерләнергә кәрәк һәм республика яулаған позициянларҙы юғалтмаҫҡа, беренсе урынға ынтылырға тейешбеҙ.

Чемпионатта еңеүселәр, призёрҙар һәм уларҙың остаздары вәғәҙә ителгән премияларға эйә булды. I урынға – 100 мең һум, призёрҙар - 50 мең һум, һөнәри оҫталыҡтары өсөн медальон эйәләре 25 мең һум премия алды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Йәш һөнәрмәндәр” IX милли чемпионаты финалында илдең 76 төбәгенән 1786 бәйгесе ҡатнашҡайны. Ҡатнашыусыларҙың өстән бер өлөшө үҫмерҙәр ине –унда 16 йәшкә тиклем 603 кеше сығыш яһаны. Башҡортостан йыйылма командаһында 280 кеше иҫәпләнһә, шуларҙың 181-е төп йәш һәм 99-ы - үҫмерҙәр, шулай уҡ 218-е – эксперт-компатриоттар. Чемпионат финалында Башҡортостан командаһы 105 компетенцияның 102-һендә, ике йәш үлсәмендә ҡатнашты. Шулай итеп, беҙҙең команда 62 миҙал (йыл йомғаҡтары) яуланы: 8 алтын, 12 көмөш, 19 бронза, “профессионаллыҡ өсөн” – 23 миҙал.

Рәсәйҙең төбәктәр араһындағы дөйөм миҙал зачётында Башҡортостан 76 төбәк араһында 2-се урынды алды (үткән йыл менән сағыштырғанда, 6 позицияға күтрелде).

Фото: Башинформ

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: