+15 °С
Облачно
VKOKTelegram
Бәйгеләр
11 Сентября 2021, 10:55

Әминә лә мәктәпкә барҙы

Әминә Рамаҙанова Өфөләге Фатима Мостафина исемендәге 20-се  ҡала башҡорт гимназияһының I синыфына уҡырға барҙы. Ошо белем усағында ағаһы Артур ҙа белем ала. Әминә "Тамыр" телеканалындағы  вокал ансамблендә шөғөлләнә.

Әминә лә мәктәпкә барҙыӘминә лә мәктәпкә барҙы
Әминә лә мәктәпкә барҙы

4 йәшенән "Тамыр" каналының тапшырыуҙарында ҡатнаша. Әминә – тырыш, маҡсатлы һәм отҡор ҡыҙ ул. Шуға уҡыуында ла һынатмаҫ, тип ышанабыҙ.

– Телебеҙгә һөйөү башҡорт матбуғаты менән бергә һалына, тигән теләктә ҡыҙыбыҙға "Йәншишмә" гәзитен бүләк итергә булдыҡ, – ти Әминәнең әсәһе.

 Хаҡ һүҙҙәр! Уңыштар һиңә, Әминә!

Әминә лә мәктәпкә барҙы
Әминә лә мәктәпкә барҙы
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас