+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
11 Сентябрь 2021, 12:25

Татарстандан – еңеү менән!

Бөтә Рәсәй кимәлендәге АгроНТИ конкурсы ҙур популярлыҡ яуланы.

Татарстандан – еңеү менән!
Татарстандан – еңеү менән!

Ул ауылдар һәм бәләкәй ҡалалар уҡыусылары өсөн ойошторола. Бәйгелә ҡатнашыусылар биш йүнәлеш буйынса үҙҙәренең көстәрен һынап, ҙур мөмкинлектәргә эйә була ала. Конкурстың төбәк этабында еңеүселәр финал ярыштарында ҡатнаша. Быйыл улар өс майҙансыҡта уҙа. Беҙҙең республика командаһы 4 – 5 сентябрҙә Татарстандың Әлмәт ҡалаһындағыһына барҙы.

Төрлө төбәктәрҙән заманса автобустарға ултырып килгән йыйыл­ған уҡыусыларҙы «Кванториум» технопаркы ҡаршы алды. Йыл дауамында барған конкурс финалы нефтселәр ҡалаһы Әлмәттә үтте. Башҡорт­остан, Татарстан, Һамар, Һарытау, Ставрополь, Пермь яҡтарынан килгән 169 бала ике көн буйы үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтте. Республикабыҙ данын яҡларға 25 уҡыусы һәм уларҙы конкурсҡа әҙерләгән, гел бергә йөрөгән, ярыштарға оҙатып, ҡаршы алып торған Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусылары Руслан Радик улы Зөбәйеров, Заһир Зәбир улы Рәхмәтуллин, Сергей Борисович Шамукаев барҙы. Беренсе көндә ҡала буйлап сәйәхәткә сыҡтыҡ. Планетарий, картинг, төрлө инновацион үҙәктәр, спорт комплекстары ҡунаҡтар­ҙы ихлас ҡаршыланы.
Икенсе көндө бәйгене асыу тантанаһы булды. Унда мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа килгәйне. Күмәк фотоға төшкәндә Татарстан Республикаһы Президенты Рөстәм Миңлеханов Башҡортос­тан командаһы ҡыҙы Лиана Насретдинованың ҡулын ҡы­ҫып, уңыш теләне. Татарстандың дәүләт кәңәшсеһе Минтимер Шәймиев һәм башҡа рәсми вәкилдәр уҡыусыларға үҙҙәренең теләктәрен еткерҙе.
Конкурс бик еңелдән түгел ине. Төрлө һынауҙарҙы үтеү өсөн ҙур тырышлыҡ, түҙемлек һәм, әлбиттә, төплө белем кәрәк. Бына «АгроБио» йүнәлеше буйынса һынау. Балалар геү килеп үҫентеләрҙе тикшерә, нимәләрҙер һанайҙар, яҙалар. Тәнәфес ваҡытында бер нисәүһе менән һөйләшеп алдым. Злата Сурина – Силәбе ҡыҙы. «Беҙҙә агро йүнәлешле вуздар юҡ, шуға күрә конкурстың ситтән тороп үткәрелгән этабында еңгәс, Өфөгә ярышҡа барҙым. Хәҙер бында команда составындамын. Киләсәктә Башҡорт дәүләт аграр университетына уҡырға инергә теләйем», – ти ул.
Ана, Богдан Симонов та бында икән! Уның менән республика экология слёттары аша танышмын. Бик зирәк егет. Төрлө ярыштарҙа гел еңеп килә. Бында ла һынатмаҫҡа ниәте.
«АгроРоботтар» йүнәлешендә иң бәләкәй ҡатнашыусы – Өфөнән VI синыф уҡыусыһы Арсений Шамукаев: «Роботтар­ҙы бәләкәйҙән үк яратам, улар­ҙың серен өйрәнергә атайым ярҙам итә», – ти. «АгроМетео» командаһында ла көслө ҡатнашыусылар, тик, үкенескә күрә, ике кешеһе килмәгәс, улар тулы сос­тавта булманы. Шуға ҡарамаҫтан балдарҙы күп йыйҙылар.
Был турҙан һуң балаларҙы төрлө оҫталыҡ дәрестәре көтә ине. Кемдер һүрәт төшөрҙө. Икенселәр сәйләндән беләҙек үрҙе, тату эшләтте, ҡыҙҙар сәстәренә өҫтәмә толомдар үрҙер­ҙе. Шулай итеп, оҫталар ҡаласығы гөрләп торҙо.
Тәүге көн Ҡазан ҡалаһынан килгән йәш артистар сығышы, күңелле дискотека менән тамамланды. Заманса ҡунаҡханаларға ҡайтып йоҡларға ятҡас та тәьҫораттары менән бүлешеп, оҙаҡ һөйләште балалар.
Иртәгеһенә бер-береһен күптән белгән бик яҡын кешеләр кеүек осрашты төрлө төбәктәр­ҙән конкурсҡа килеүселәр. Ашап алғас, тағы ярыштар дауам итте. Форсаттан файҙаланып, «Кванториум» балалар технопаркы директоры урынбаҫары Николай Пензинға сараны ойоштороу тураһында һорау менән мөрәжәғәт иттем.
– Әҙерлек бик күпте талап итте. 100-ҙән ашыу педагогты, Әлмәт ҡалаһындағы предприятиеларҙы, спикерҙарҙы, етәкселәрҙе йәлеп иттек. Иң ҡыуаныслыһы: бик көслө балалар килгән һәм конкурс юғары кимәлдә үтте, – тине ул.
«АгроМетео» командаһынан Илеш ҡыҙы Лиана Насретдинова тәь­ҫораттары менән уртаҡлашты: «Бындай ҙур бәйгелә ҡатнашыу ҙур көс талап итә. Ныҡ тырышырға тура килде. Бында яңы дуҫтар таптым, үҙем өсөн күп белем алдым».
Тулҡынландырғыс минуттар етте. Бүләкләү өсөн сәхнә түренә бер-бер артлы төрлө номинацияларҙа еңеүселәрҙе саҡыра башланылар. Бәй, гел Башҡортостан командаһы ағзалары сыға түгелме?! «АгроКоптерҙар», «АгроРоботтар», «АгроКосмос» йүнәлештәре буйынса I урын алдыҡ. «АгроБио» буйынса икенсе призёр булдыҡ. Ә бына «АгроМетео» буйынса ике уҡыусы килә алманы шул, улар ҙа призлы урынға сығыр ине, тип уйлайым.
– Дөйөм иҫәптә республикабыҙ командаһы 6 төбәк араһында I урынды алды. Уҡыусыларыбыҙ киләсәктә лә һынатмаҫ, тип ышанабыҙ, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты Башҡорт­остан командаһы етәксеһе Рус­лан Зөбәйеров.
Афарин, балалар! Алға! Һәр саҡ шулай тәүгеләрҙән булығыҙ.
Конкурс тамам. Һау бул, Әлмәт! Киләһе бәйгеләрҙә осраш­ҡанға тиклем, балалар!

Лариса СӘХИБГӘРӘЕВА,
уҡытыусы.

Татарстандан – еңеү менән!
Татарстандан – еңеү менән!
Татарстандан – еңеү менән!
Татарстандан – еңеү менән!
Татарстандан – еңеү менән!
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: