+22 °С
Ясно
VKOKTelegram
Бәйгеләр
16 Сентября 2021, 11:30

Ҡалай маладис Самат!

Самат Сәйетбаталов – Күгәрсен районы Мораҡ башҡорт гимназияһы уҡыусыһы. Ул да шатлана-шатлана белем усағына барҙы. Уҡытыусыһы – Светлана Рафиҡ ҡыҙы Табулдина. Самат һүрәт төшөрөргә ярата, әкиәт тыңларға, шиғыр һөйләргә әүәҫ.

Ҡалай маладис Самат!Ҡалай маладис Самат!
Ҡалай маладис Самат!

– Миңә улым  – ҙур ярҙамсы. Ҡулынан килгән бар эште ихлас башҡара, – тип маҡтай үҙен әсәһе.

Өйҙәренә милли матбуғатты гел алдырып торалар. "Йәншишмә" гәзитен дә яратып уҡыйҙар. Афарин!

Апайҙары Гөлсөм менән Мәрйәм  дә – уҡыу алдынғылары. Самат та апайҙарынан ҡалышмай, тик яҡшы билдәләренә генә тырышып уҡыр, тип ышанабыҙ!

Уңыштар һиңә, Самат!

 

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас