

Бәйге киң яҡтыртыу алып, креатив алымдар ҡулланылып, 2022 йылдан да һуңламайса эфирға сығырға тейеш. Күп аудиторияны йәлеп итер өсөн Рәсәй телевизион каналдарына уны киң яҡтыртыу бурысы йөкмәтелде.
Бынан тыш, ил Президенты дөйөм белем биреү ойошмаларының педагогик һәм етәксе хеҙмәткәрҙәренең һөнәри оҫталыҡ бәйгеләрен үткәреү, педагогикала ирешкән уңыштары өсөн иң яҡшы уҡытыусыларға премиялар биреү алымдарын да үҙгәртергә ҡушты. Шул уҡ ваҡытта премия алыусылар һанын арттырыуҙы, йәмәғәтселекте һәм һөнәри берләшмәләрҙе бәйгеләр үткәреүгә һәм бындай премиялар биреүгә йәлеп итеүҙе, шулай уҡ уларҙы киң мәғлүмәттә яҡтыртыуҙы күҙ уңында тоторға ла кәрәк буласаҡ.
Быны үтәп сығыу өсөн Рәсәй Хөкүмәте һәм Рәсәй Федерацияһы Дәүләт советының “Мәғариф” йүнәлеше буйынса комиссияһы яуаплы, тип билдәләнде.
Фото: zen.yandex.ru