+17 °С
Облачно
VKOKМакс
Бәйгеләр
30 Сентября 2021, 11:40

Конкурс еңеүселәрен ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙерле дуҫтар! "Йәншишмә" гәзите төркөмөндә Белем көнөнә арнап иғлан иткән  "Беренсе синыфҡа барам" исемле конкурсыбыҙ тамамланды. Тәүге этапта "Йәншишмә" гәзитенә мотлаҡ яҙылып, фотолар туплаһаҡ, 22 - нән алып 30 сентябргә тиклем иң күп лайыҡ йыйғандарын махсус ҡушымта ярҙамында тауыш биреүгә ҡуйҙыҡ. 

Конкурс еңеүселәрен ҡотлайбыҙ!Конкурс еңеүселәрен ҡотлайбыҙ!
Конкурс еңеүселәрен ҡотлайбыҙ!

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, тауыш биреү бөгөн, йәғни 30 сентябрь тамамланды. Ҡушымта, тауыштар һанына ҡарап, өс еңеүсене билдәләп ҡуйҙыҡ:

https://vk.com/app7198399_-45440006#poll61499b78a384707a824a6610

Тауыш биреүҙә бөтәһе 4 мең 292 кеше ҡатнашты. Шулай итеп, Өфөләге Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейынан Усман Кәримов – I урын, Өфөләге Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһынан Әминә Рамаҙанова II урынды алһа,  Баймаҡтағы 4-се лицейынан Ринат Муллагилдин III урынды яуланы.

I урынға аҡсалата бүләк – 1500 һум.

II урынға – 1000 мең һум.

III урынға – 500 һум.

Өс еңеүсе лә редакцияның  Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнәсәк.

Тағы ла сит өлкәнән ҡатнашыусы, Ханты-Манси автономиялы округының Когалым ҡалаһынан Алмаз Яхин Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнә.

Бағымсыбыҙ Хәлиҙә Ғиззитдин ҡыҙы Ҡоланбаеваға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, эшендә уңыштар теләйбеҙ.

Барығыҙҙы ла ҡотлайбыҙ, дуҫтар! Киләсәктә үткәреләсәк конкурстарҙа ла әүҙем ҡатнашығыҙ.

Бүләктәр киләһе аҙнала тапшырыласаҡ.

Конкурс еңеүселәрен ҡотлайбыҙ!
Конкурс еңеүселәрен ҡотлайбыҙ!
Конкурс еңеүселәрен ҡотлайбыҙ!
Конкурс еңеүселәрен ҡотлайбыҙ!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас