

1 - 2 октябрҙә егеттәр спорт буйынса, ижади һәм интеллектуаль бәйгеләрҙә үҙҙәренең белемдәрен, оҫталыҡтарын күрһәтте. Уларҙың хәрби уставты, географияны, Рәсәйҙең хәрби тарихын нисек белеүҙәрен тикшерҙеләр. Кадеттар хатта инша ла яҙҙы һәм дәүләт имтиханы формаһында тест һорауҙарына яуап бирҙеләр. Атыу, граната ырғытыу, автоматты һүтеп-йыйыу буйынса ла иң-иңдәр билдәләнде.
Һөҙөмтәләр буйынса I урынға Удмурт республикаһы кадеттары сыҡты. II урында - Ишембай ҡалаһы егеттәре, III урында - Түбәнге Новгород кадеттары.
Фото: news.myseldon.com