+15 °С
Облачно
VKOKTelegram
Бәйгеләр
12 Октября 2021, 06:20

Шахмат буйынса турнир дауам итә

Өфөлә ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында Рәсәй чемпионаттары суперфиналының өсөнсө туры тамамланды.

Шахмат буйынса турнир дауам итәШахмат буйынса турнир дауам итә
Шахмат буйынса турнир дауам итә

Һөҙөмтәләр буйынса ир-егеттәр араһында 2,5 мәрәй йыйып,  беренсе урында Кирилл Алексеев. Киләһе турҙа ул Дмитрий Андрейкин менән көс һынашасаҡ. Ә ҡатын-ҡыҙҙар араһында – 2,5 мәрәй туплап, беренсе урынға Валентина Гунина сыҡты. Дүртенсе турҙа уға ҡаршы Лея Ғарифуллина уйнаясаҡ.

Өҫтәмә программа нигеҙендә баш ҡалала Р.Х. Ғүмәров Мемориалы ла старт алды. 10 октябрҙә 48 шахматсыны туплаған блиц-турнир ҙа уҙҙы. Ир-егеттәрҙән Денис Хисмәтуллин, ҡатын-ҡыҙҙарҙан Камилла Байбурина, ә ветерандар араһынан Аркадий Ратнер еңеүсе булды. Шулай уҡ 11 октябрҙә команда турниры ла башланды, унда Башҡортостан Республикаһының ҡала һәм райондарынан 85 кеше ҡатнаша. Команда составында 4 бала һәм 1 өлкән кеше (тренер йәки атай-әсәй) уйнай. Һөҙөмтәләр 16 октябрҙә билдәле буласаҡ.  Беренсе турҙа шахмат музейы кураторы, тарих фәндәре кандидаты Дмитрий Олейников та ҡатнашты.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас