+33 °С
Ясно
VKOKМакс
Бәйгеләр
14 Октября 2021, 05:30

"Абилимпикс-2021"

Башҡортостанда 4 октябрҙән 17 октябргә тиклем көндөҙгө-дистанцион форматта мөмкинлектәре сиклеләр араһында "Абилимпикс" һөнәри оҫталыҡ буйынса VII Милли чемпионаттың һайлап алыу этабы үтә.

"Абилимпикс-2021""Абилимпикс-2021"
"Абилимпикс-2021"

Республика командаһы составында Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ, Благовещен ҡалаларының һөнәри белем биреү ойошмалары майҙансыҡтарында 62 компетенция буйынса 92 ҡатнашыусы сығыш яһай.

Мәктәп уҡыусылары араһында Кушнаренко һәм Әлшәй райондарының коррекциялау һәм дөйөм белем биреү мәктәптәренән 31 уҡыусы ҡатнаша. 55 кешенән торған студенттар командаһы заманса етештереү һәм мәғлүмәти технологиялар, техник, ижад, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, туҡланыу, туризм һәм хеҙмәт күрһәтеү өлкәләрендә 54 компетенция буйынса сығыш яһай.

Һайлап алыу ярыштарында сәнғәт-ижади компетенциялары буйынса 6 "белгес" ҡатнаша. Һайлап алыу этабы барышында бәйгеселәрҙең эшен баһалау хоҡуғына эйә булған республика профессиональ белем биреү ойошмаларынан 10 эксперт йәлеп ителгән.

Еңеүселәр республика данын яҡлап 15-19 ноябрҙә Мәскәүҙә Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә VII "Абилимпикс-2021" милли чемпионаты финалында сығыш яһаясаҡ.

Фото: https://education.bashkortostan.ru/

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас