+18 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бәйгеләр
21 Октябрь 2021, 09:35

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

Өфөлә ир-егеттәр араһында 74-се һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында 71-се Рәсәй чемпионатының суперфиналы тамамланды.

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

11 турҙа ойошторолған ярыштар Рәсәй Шахмат федерацияһы һәм Елена һәм Геннадий Тимченколарҙың Хәйриә фонды тарафынан тормошҡа ашырылған "Музейҙарҙа шахмат" программаһы буйынса үтте.

Асыҡ турнирҙың һуңғы этабында Владимир Федосеев драматик көрәштә Павел Понкратовтан аҡ фигура менән уйнап еңелде. Чигаев – Алексеенко, Горячкин – Андрейкин, Предке – Мотылёв, Рахманов – Витюгов һәм Есипенко менән Матлаковтың уйындары тигеҙ иҫәп менән тамамланды.

 Гроссмейстер Никита Витюгов 11 мөмкинлектән 7 мәрәй йыйып, тәүге тапҡыр Рәсәй чемпионы исемен яуланы. Ҡотлайбыҙ!

Еңеүсенән ярты мәрәйгә артта ҡалып, Максим Матлаков көмөш миҙал менән бүләкләнде. Өсөнсө урында – Владимир Федосеев һәм өҫтәмә күрһәткестәр буйынса Дмитрий Андрейкин. Өс призёр ҙа  Санкт-Петербург ҡалаһынан.

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында төп партия: Гунина – Шувалованың уйыны тигеҙ иҫәп менән тамамланды. Шулай ҙа 11 мөмкинлектән 8 мәрәй йыйып, Мәскәү спортсыһы Валентина Гунина дүртенсе тапҡыр Рәсәй чемпионы булып танылды.

Икенсе урынды Алина Бивол менән тигеҙ алыштан һуң Евгения Овод  алды. Питер шахматсыһы 7,5 мәрәй йыйҙы,ә өҫтәмә күрһәткестәр буйынса бронза призёр – Полина Шувалова (Мәскәү).

Чемпионатты ябыу тантанаһында еңеүселәрҙе Башҡортостан Республикаһының спорт министры урынбаҫары Павел Мөслимов һәм Рәсәй Хоккей федерацияһының башҡарма директоры урынбаҫары Александр Ткачёв ҡотланы һәм бүләкләне.

Бәйгенең дөйөм гарантиялы фонды 11 миллион һум тәшкил итте. Асыҡ турнирҙа - 7 миллион һум, ҡатын-ҡыҙҙар араһында - 4 миллион һум.

Суперфиналдар Рәсәй Федерацияһының Спорт министрлығы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Елена һәм Геннадий Тимченколарҙың Хәйриә фонды ярҙамында уҙғарылды. Генераль партнёр – "ФосАгро" асыҡ акционерҙар йәмғиәте. Партнёрҙар: "Аэрофлот" асыҡ акционерҙар йәмғиәте, ArtRusse, Башҡортостан Республикаһының Шахмат федерацияһы һәм М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас