+16 °С
Облачно
VKOKTelegram
Бәйгеләр
9 Ноября 2021, 10:30

Вадим Төхвәтуллин донъя бәйгеһендә еңгән

Бөтә донъя аккордеонсылар ассоциацияһы йыл һайын  "Донъя трофейы" тигән халыҡ-ара конкурс ойоштора. Быйыл ул Францияла дистанцион форматта үтте. 10 йәшкә тиклемгеләр араһында Илештән Вадим Төхвәтуллин абсолют еңеүсе исеменә лайыҡ булды. Ул 25 мөмкинлектән 23,98 балл йыйған.

Вадим Төхвәтуллин донъя бәйгеһендә еңгәнВадим Төхвәтуллин донъя бәйгеһендә еңгән
Вадим Төхвәтуллин донъя бәйгеһендә еңгән

Ҡытайҙан, Рәсәйҙән һәм Украинанан үҙенең йәш үлсәмендә 38 йәш аккордеонсы менән ярышырға тура килгән йәш музыкантҡа. Вадим Башҡортостан данын донъя кимәлендә күтәрҙе. Ә остазы, уҡытыусыһы әсәһе Гөлназ Төхвәтуллина икән. 

Әйткәндәй,  Вадим былтыр I каналда Максим Галкин алып барған "Лучше всех" тапшырыуында ла ҡатнашып, тамашасыларҙы һоҡландырғайны. Һәләтле малайҙы беҙ ҙә сираттағы еңеүе менән ҡотлайбыҙ! 

Фото: news.myseldon.com

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас