-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
22 Ноябрь 2021, 10:15

“Минең әкиәт” конкурсы

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы менән берлектә Башҡорт теле көнөнә арналған "МИНЕҢ ӘКИӘТ" конкурсын иғлан итә.

“Минең әкиәт” конкурсы
“Минең әкиәт” конкурсы

Конкурс башҡорт телендә әкиәт яҙыусыларға тәғәйенләнгән. Ҡатнашыусылар йәш кимәле буйынса 18 йәшкә тиклем һәм 18 йәштән өлкәндәргә бүленә.

Әкиәттәргә талаптар:

- Яңы, үҙенсәлекле сюжет;

- күләме буйынса әкиәт 3 биткә тиклем, Times New Roman шрифты, 14 кегль, 1,5 интерваллы булырға тейеш.

Эштәрҙе ебәргәндә беренсе битендә әкиәттең исемен,үҙегеҙҙең исем-шәрифегеҙҙе тулыһынса, йәшегеҙҙе, тыуған ерегеҙҙе, электрон почтағыҙҙы һәм телефон һандарығыҙҙы яҙырға онотмағыҙ. Әкиәттәр [email protected] адресы буйынса 5 декабргә тиклем ҡабул ителә. Шулай уҡ эштәрегеҙҙе социаль селтәрҙә  #МинеңӘкиәт2021 хештегы менән һалыу мотлаҡ.

Әкиәттәр баһалама ағзалары күҙлегенән үткәс, бер ПДФ форматҡа йыйылып, социаль селтәрҙәрҙә һәм мәктәптәргә таратыла. Иң шәп әкиәттәр республика балалар гәзит-журналдарында баҫыласаҡ.

#БашФонд #Башкортостан #МинеңӘкиәт2021 #БашҡортТелеКөнө

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: