+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
30 Ноябрь 2021, 16:12

"Ҡурсаҡтар илендә"

Быйыл республикабыҙҙа тәүге тапҡыр “Ҡурсаҡтар илендә» тигән бик матур фестиваль ойошторолдо.  Унда Өфө, Бөрө, Салауат, Сибай ҡалаларынан, Йылайыр, Ейәнсура, Салауат, Учалы райондарынан 15 үҙешмәкәр коллектив ҡатнашты.

"Ҡурсаҡтар илендә"
"Ҡурсаҡтар илендә"

Ижади эштәрҙе Башҡортостан Республикаһының театр эшмәкәрҙәре берлеге рәйесе Әхтәм Әбүшахманов етәкселегендәге абруйлы баһалама комиссияһы ҡараны. Бөрө ҡалаһынан “Пьеро» халыҡ театры (режиссёры – Екатерина Яйыҡбаева) – I, Салауат районынан “Әкиәт» ҡурсаҡ театры (Юлиә Садиҡова)  II дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Сибай сәнғәт мәктәбенән “Театраль мозаика» (Лилиә Заһитова) һәм Йылайырҙан өлгөлө “Незабудка» (Людмила Хаҡбирҙина) ҡурсаҡ театрҙары III урын алды.

       Фестивалде ябыу тантанаһына Рәсәй һәм Башҡортостан театрҙарына актёрҙар әҙерләгән төп белгестәрҙең береһе Фәрдүнә Ҡасимова ла почётлы ҡунаҡ итеп саҡырылғайны.

  – Мин – һуғыш балаһы. Ул заманда ҡурсаҡ театры республиканың һәр районына килеп спектаклдәре менән тормошобоҙҙо йәмләне, рухыбыҙҙы байытты. Театр сәнғәте беҙгә аслыҡты, һыуыҡты, һуғышта яҡындарыбыҙҙы юғалтыу ҡайғыһын еңергә ярҙам итте, изгелек, бәхет өләште, – тине ул үҙенең сығышында. Ысынлап та, театр - илһам сығанағы, тормош һәм тәрбиә мәктәбе ул.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: