+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
2 Декабрь 2021, 11:45

Бүләккә -миллион һум!

Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттары Кәримә Әхтәмова менән Эльвина Нәбиева Сочи ҡалаһының Сириус белем биреү үҙәгендә үткән “Һинең йөрөш” ("Твой Ход") Бөтә Рәсәй студенттар конкурсында еңеп, берәр миллион һум алды.

Кәримә Әхтәмова
Кәримә Әхтәмова

Конкурс быйыл апрель айында уҡ башланғайны һәм ошо ваҡыт эсендә унда бөтә Рәсәйҙән 560 меңдән ашыу студент ҡатнашҡан. Һайлап алыу этаптарының йомғаҡтары, онлайн-уҡытыу, тест үткәреү, кейстар, һәр федераль округта уҙғарылған ярымфиналдар  һөҙөмтәһе буйынса 1000 кеше Сочиға барыу бәхетенә ирешкәйне. Шуларҙың 12-һе  Башҡортостандан ине, ә Өфө дәүләт нефть техник университетынан дүрт студент сығыш яһаны.

27-29 ноябрҙә "Сириус" мәҙәниәт һәм фән паркында балалар киләсәк университетын проектлау менән шөғөлләнде, мегасаҡырыуҙарға яуап биреп, заманса йәштәр һәм Рәсәй университеттары өсөн стратегик мөһим бурыстар ҡуйҙы. Ҡатнашыусылар карьера, фән, айырым мөмкинлектәр, хәүефһеҙлек, тотороҡло үҫеш, сәйәхәт, киләсәк, мөнәсәбәттәр, психологик һаулыҡ кеүек факультеттар өҫтөндә эшләне. Һәр йүнәлештең үҙ һынауҙары һәм үҙ белем биреү программаһы булды.

"Мин үҙем сәйәхәт факультетын һайланым, –  ти миллион һум отҡан Кәримә Әхтәмова. – Беҙ командабыҙ һәм Рәсәй тимер юлдары менән берлектә кастомизияға әүерелгән тематик киберспорт вагонын булдырыу юлы менән студенттар туризмын үҫтереүҙең ҡыҙыҡлы проектын әҙерләнек. Беҙҙең проект факультетта иң яҡшыһы булып сыҡты, һәр команда ағзаһы  MacBook Pro менән бүләкләнде".

Проектты баһалау ҡатнашыусыларҙың шәхси рейтингына ла йоғонто яһаны һәм дөйөм балдарҙың 30 процентын тәшкил итте. Ҡалған баһа командала эшләү, шәхси һәм эшлекле сифаттағы балдарҙан, бирелгән ҡарарҙарға, һөҙөмтәләргә дөрөҫ йүнәлеш биреү, шулай уҡ уҡытыу сервистарында ла ҡатнашыу өсөн. Һөҙөмтәлә, бер миллион һум күләмендә премия алған 200 кеше һайлап алынған, улар иҫәбендә Өфө нефть институты студенттары ла бар.

Бирелгән аҡсаны уҡыуға, стартапты эшләтеп ебәреү йәки үҫтереүгә, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу йәки шәхси хыялдарын тормошҡа ашырыу өсөн дөйөм сумманан 5% сарыф итергә мөмкин.

Маладис, ҡыҙҙар, ҡотлайбыҙ үҙегеҙҙе!

Фото: http://news.rusoil.net/news

Эльвина Нәбиева
Эльвина Нәбиева
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: