+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
17 Декабрь 2021, 12:40

Бүләктәр Баймаҡ еңеүселәренә тапшырылды

Йәш рәссамдар араһында ВиПиН иғлан иткән "БӨТӘ РӘСӘЙ ХАЛЫҠ ИҪӘБЕН АЛЫУ ҺӘМ МИН" һүрәттәр бәйгеһе еңеүселәре, Маҡтау ҡағыҙы һәм бүләктәрен килеп алыуҙарын дауам итә.

Бүләктәр Баймаҡ еңеүселәренә тапшырылды
Бүләктәр Баймаҡ еңеүселәренә тапшырылды

Бына әле яңыраҡ Баймаҡ районының Ярат мәктәбе уҡыусыһы Дилә Ҡарамырҙина, Сәйғәфәр мәктәбе уҡыусыһы Әлфиә Зәйнуллина (I урын) һәм Баймаҡтағы Балалар ижад йортонан Флорида Камалованың (II урын) бүләктәрен яҡташ апайҙары, беҙҙең элекке йәш хәбәрсебеҙ Алита Лоҡманова алып барып тапшырҙы. Уңыштар һеҙгә, ҡыҙҙар!

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: