+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
17 Декабрь 2021, 14:21

Таня Меженцева "Балалар Евровидениеһы"нда ҡатнаша

"Евровидение" халыҡ-ара балалар йыры конкурсының финалы 19 декабрҙә Парижда буласаҡ. Рәсәйҙән унда Таня Меженцева ҡатнаша.

Таня Меженцева "Балалар Евровидениеһы"нда ҡатнаша
Таня Меженцева "Балалар Евровидениеһы"нда ҡатнаша

11 йәшлек йырсы ҡыҙ үҙенең "Mon Ami"  тигән йырын башҡарасаҡ. Таня 2019 йылда ла был конкурсҡа барғайны. Тәжрибәһе бар инде, үҙен ышаныслыраҡ тоя. Бәлки, еңеп тә ҡайтыр әле.

Таня һауа гимнастикаһы, бейеү, спорт менән шөғөлләнә. Ошоғаса ете йыры һәм уларға клиптары сыҡҡан. 

"Евровидение"ның тура трансляцияһын "Карусель" телеканалында 19 декабрҙә Мәскәү ваҡыты менән 18 сәғәттә ҡарарға мөмкин. Таня Меженцева 7-се булып сығыш яһаясаҡ.

Конкурста 19 илдән 9 - 14 йәшлек ҡыҙҙар һәм малайҙар ҡатнаша. Бәйгенең шарты буйынса улар үҙҙәре ижад иткән йәки һүҙҙәрен, көйөн яҙыуҙа ҡатнашҡан йырҙы башҡарырға тейеш. 

Фото: Яндекс.Музыка

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: