-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
21 Декабрь 2021, 16:43

Беҙҙең республиканан да лауреаттар бар

«Еңеү шыршыһы»н төшөр» халыҡ-ара конкурсына йомғаҡ яһалды. Уны Еңеү музейы, Рәсәй почтаһы, Оксана Фёдорова хәйриә фонды ойошторғайны.

Беҙҙең республиканан да  лауреаттар бар
Беҙҙең республиканан да лауреаттар бар

Был конкурс лауреаттары араһында республикабыҙ вәкилдәре булыуы ла ҡыуандыра.  Өлкән авторҙар араһында “Быуаттар бәйләнеше өсөн” номинацияһында Еңеү музейының призына Анжела Сәмиғуллина лайыҡ булды.  Ә тамашасы һөйөүе призы 15 – 17 йәштәгеләр араһында Настя Корицкаяға бирелде.

Әйткәндәй, конкурсҡа Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән барлығы 15 меңгә яҡын һүрәт ебәрелгәйне.  Барлыҡ еңеүселәр һәм лауреаттарға конкурсты ойоштороусыларҙан бүләктәр тапшырыласаҡ. Ә  еңеүселәрҙең һүрәттәренән Яңы йыл открыткаларының махсус байрам коллекцияһы булдырыласаҡ.

Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың рәсемдәре менән Еңеү музейы сайтында ошо һылтанма  буйынса танышырға була.

 

Фото: «Башинформ».

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: