+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
11 Ғинуар 2022, 16:55

«Әүәләйбеҙ Ҡар бабай»

Ҡар бабай яһарға яратаһығыҙмы, дуҫтар? Улайһа, был бәйгебеҙ тап һеҙҙең өсөн.

«Әүәләйбеҙ Ҡар бабай»
«Әүәләйбеҙ Ҡар бабай»

Тиҙҙән, йәғни, 18 ғинуарҙа Халыҡ-ара Ҡар бабайҙар көнө билдәләнә. Шул уңайҙан уҡыусыларыбыҙ араһында «Әүәләйбеҙ Ҡар бабай» исемле фото бәйге иғлан итәбеҙ. Шарттары бик ябай. Иң мөһиме, епшек ҡар ғына булһын! Ҡар бабай эшләп, уның менән фотоға төшөргә һәм гәзитебеҙҙең «Бәйләнештәр» социаль селтәрендәге төркөмөнә, йәғни, ошонда комментарий рәүешендә беркетергә кәрәк. Исем-шәрифегеҙҙе, ҡайҙан икәнегеҙҙе яҙырға онотмағыҙ. Бәйге 18 ғинуарға тиклем дауам итә. Иң матур Ҡар бабай хужаларына «Йәншишмә»нең Маҡтау ҡағыҙҙары ебәреләсәк һәм фотолары гәзитебеҙҙә баҫылып сығасаҡ.

Күңелле бәйгенән ситтә ҡалмағыҙ, дуҫтар! Йәһәтерәк, Ҡар бабайҙарығыҙҙы әүәләп, ҡатнашырға ашығығыҙ!

Фото:https://yandex.ru/images/search

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: