+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
12 Ғинуар 2022, 15:05

"Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" конкурсы башлана

Башҡортостанда "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" II асыҡ республика конкурсы башлана. 

"Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" конкурсы башлана
"Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" конкурсы башлана

Ул Стәрлетамаҡ ҡалаһында башланып киткән "Етегән" башҡорт байрамы сиктәрендә ойошторола. Конкурстың төбәк этаптары Мәләүез, Туймазы, Тәтешле, Салауат райондарында һәм Сибай, Нефтекама, Өфө ҡалаларында онлайн форматта ойоштороласаҡ. Баһалама комиссияһы ағзалары бәйгелә ҡатнашҡан ғаиләләрҙең ижади видеороликтарын ҡарап, 10 февралгә тиклем финалға сығыусыларҙы билдәләйәсәк. Республика турына сыҡҡан 21 өлгөлө башҡорт ғаиләһе асыҡланасаҡ. 

1 мартта - Ғаилә, мөхәббәт, тоғролоҡ көнөндә конкурстың еңеүселәре һәм призёрҙар билдәле буласаҡ. 

Фото: интернеттан. 

"Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" конкурсы башлана
"Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" конкурсы башлана
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: