+20 °С
Облачно
VKOKМакс
Бәйгеләр
19 Января 2022, 08:10

Иң шәп ғаилә - Ағиҙелдән!

"Йәш ғаилә - 2021" республика бәйгеһе еңеүселәре Яна һәм Эдуард Иваевтар  Ағиҙел ҡалаһында йәшәй. 

Иң шәп ғаилә - Ағиҙелдән!Иң шәп ғаилә - Ағиҙелдән!
Иң шәп ғаилә - Ағиҙелдән!

-Бәйгегә ғариза ҡабул итеү тамамланыуға ике көн ҡалғас ҡына ҡатнашырға ҡарар иттек. Ғаиләбеҙ тураһында өс минутлыҡ видео төшөрҙөк. Унда тыуған ҡалабыҙ, улдарыбыҙ йөрөгән балалар баҡсаһы, белем алған башҡорт гимназияһы, йорт хайуандары менән ваҡыт уҙғарыу, Апаиш күлендәге ялдар, ауылға ҡайтыу, ҡыҫҡаһы - бергәләшеп күңелле ваҡыт уҙғарыуыбыҙ сағылыш тапты. Бәйгелә барлығы 31 ғаилә ҡатнашырға теләк белдергән. Шулар араһынан Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларынан, Көйөргәҙе, Иглин, Стәрлетамаҡ, Благовещен райондарынан 7 ғаилә финалға үттек.  Өй эше итеп Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы хаҡында видеоклип төшөрөргә ҡушылғайны. Беҙ яҡташыбыҙ, Советтар Союзы Геройы Абдулла Шаһиевтың ауыр яҙмышын күрһәттек, - ти Иваевтар.

Бәйгенең финал өлөшө онлайн форматта ойошторолғайны. Финалистарға тура эфирҙа 7 ижади эш тәҡдим ителгән. Әҙәбиәт һәм тарих буйынса викторина, спорт ярышы, бейеү, Яңы йыл уйынсығы әҙерләү, фото бәйгеһе - барлыҡ һынауҙарҙы ла ҙур оҫталыҡ менән ихлас башҡарған ғаиләләр. Бәйге өс сәғәт дауам иткән.

-Беҙ тормошобоҙҙо тулыһынса балаларыбыҙҙы тәрбәиәләүгә бағышлағанбыҙ. Малайҙар бит буласаҡ ир-егеттәр, атайҙар, тап улар ғаилә башлығы буласаҡ. Шуға ла үҙҙәрен бәләкәйҙән тырыш, аҡыллы, белемле, ныҡышмал, сәләмәт, үҙ аллы итеп үҫтерергә тырышабыҙ, - ти хужабикә Яна Иваева. Тормош иптәше Эдуард та уның һүҙен йөпләп алды:"Ғаилә - ул беҙ йәшәгән йорт, дуҫлыҡ, үҙ-ара мөнәсәбәттәр. Ҡайҙа ғына йөрөһәң дә, ғаиләгә ҡайтҡы килеп торорға тейеш. Ғөмүмән, беҙ бергә булырға яратабыҙ, буш ваҡытыбыҙҙы һәр саҡ күмәкләшеп уҙғарырға тырышабыҙ. Улдарыбыҙҙың бер-береһенә терәк булып, үҙ ара дуҫ булып үҫеүе лә беҙҙең өсөн мөһим".

Иваевтарҙың ғаилә ҡороуҙарына - 10 йыл. Ғаилә башлығы Эдуард тыумышы менән - Нефтекама,ә Яна Ағиҙел ҡалаһынан булһа ла, Краснокама районы Арлан ауылындағы олатай-өләсәйҙәренә ҡунаҡҡа ҡайтҡан саҡтарында ауыл дискотекаһында танышҡандар. Бер нисә йыл дуҫлашып йөрөгәс, йәштәр гөрләтеп туй үткәрә. 2012 йылда мөхәббәт емештәре булып тәүге сабыйҙары Альберт донъяға килә. Киләһе йылына икенсе улдары Роланға ғүмер бүләк итәләр. 

Эдуард менән Яна икеһе лә юғары белемгә эйә. Береһе вахта ысулы менән Приобский нефть ятҡылығында район электр селтәрҙәренең начальник урынбаҫары булып, Газпромнефть объекттарын хеҙмәтләндерә, икенсеһе - ҡала хакимиәтенең социаль яҡлау, спорт һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге белгесе. 

Ғинуар аҙағында Иваевтар ғаиләһе Өфөгә Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты коллегияһына бүләкләү тантанаһына саҡырылған. Ойоштороусыларҙың ҡарары буйынса йәш ғаилә Бөтә Рәсәй бәйгеһендә республикабыҙ данын яҡлаясаҡ.

Фото:https://www.bashinform.ru/news/

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас