

Әйҙәгеҙ, тарихҡа күҙ һалайыҡ әле. Тәүге Ҡар бабайҙы 1493 йылда Италияның билдәле скульпторы, рәссамы һәм архитекторы Микеланджело һынландырған. Ә уның тәүге һүрәте XVIII быуатта Германияның Лейпциг ҡалаһында балалар китабында иллюстрация булараҡ баҫылған.
Рәсәйҙә Ҡар бабай XIX быуатта ғына Яңы йыл атрибуты итеп һанала башлай. Көләс йөҙлө һүрәте төшөрөлгән ҡотлау открыткалары балалар араһында әүҙем таралып китеп, матур бүләккә әйләнә.
Рәсәйҙә, Европала, Төньяҡ Америкала булһынмы, төрлө илдәрҙә лә Ҡар бабай әүәләү алымдары бер төрлө. Өс өлөштән торған ҡар шарҙарынан эшләйҙәр. Матрёшкаға оҡшаған, эйеме? Бары тик Японияла ғына ул икенсерәк, ике өлөштән икән. Ә бына көнбайыш илдәрендә Ҡар бабайҙарҙың хатта аяҡтары ла бар.
Ҡарҙан эшләнгән һындар бер төрлө булһа ла, һәр илдә уның деталдәре, биҙәү алымдары айырыла. Мәҫәлән, беҙ Ҡар бабайҙың танауы урынына кишер ҡуйырға күнеккәнбеҙ. Ә ҡайһы берәүҙәр боҙбармаҡ, хатта туңған сейә лә ҡуллана икән.
Тағы ла шуныһы ҡыҙыҡ: Ҡар бабайҙағы һәр деталь, биҙәүес юҡҡа ғына ҡуйылмаған. Һәр береһе ниндәйҙер мәғәнәгә эйә, был, әлбиттә, ырымдарға ышаныуҙан да килгәндер.
Европа илдәрендә был Яңы йыл атрибутын мотлаҡ йорт эргәһенә әүәләп ултыртҡандар. Гирляндалар менән биҙәгәндәр, муйынына шарф бәйләгәндәр, ҡулына һепертке тотторғандар. Шул һеперткеһе ҡара болоттарҙы ҡыуып торһон, ҡышҡы көндәр ҡояшлы булһын өсөн кәрәк икән. Танау урынына кишер ҡуйылыуҙың да үҙенә күрә бер мәғәнәһе бар. Был яңы йыл бай килеүҙе, мул уңыш килтереүҙе теләүҙе аңлата. Башына түңкәрелеп кейелгән күнәге иһә йортҡа байлыҡ килтерә, имеш. Румынияла Ҡар бабайға һарымһаҡ баштарынан йыйылған муйынсаҡ таҡҡандар. Был һаулыҡ теләүҙе аңлатҡан.
Донъялағы иң бәләкәй Ҡар бабайҙы Британия ғалимы Дэвид Кокс National Physical Laboratory лабораторияһында эшләгән. Ул кеше сәсенән 5 тапҡырға нәҙегерәк. Ҡурғаштан эшләнгән шарҙарҙың диаметры – 0,01 миллиметр. Был Ҡар бабайҙы күрер өсөн микроскоп ҡулланырға кәрәк.
Ә донъялағы иң бейек Ҡар бабайҙы Бетель (США) ҡалаһында 2008 йылда ике аҙна дауамында яһайҙар. Уның бейеклеге – 36,6 метр. Olympia SnowWoman тип исем ҡушып, ҡала сайтында махсус бит эшләп, фотоларын да ҡуйғандар. Был Ҡар бабай июнь урталарында саҡ иреп бөткән.
Беҙгә күңелле ҡышҡы уйын иҫтәлеге булараҡ элекке замандарҙан килеп еткән Ҡар бабай кемгә генә оҡшамаһын инде?! Үҙ ғүмерендә бер генә тапҡыр булһа ла уны яһап ҡарамаған кеше һирәктер.
Ҡар бабай өлкәндәр өсөн Яңы йыл символы булһа, балаларға ул каникулды хәтерләтә. Тап ҡышҡы ял мәлендә иң күп Ҡар бабайҙар әүәләнәлер әле. Саф һауала рәхәтләнеп уйнап, сана-саңғыла шыуып, Ҡар бабайҙар эшләп күңел асыуға ни етә?! Шулай бит, дуҫтар? Ана, гәзитебеҙҙең «Бәйләнештә» социаль төркөмөндә иғлан иткән «Әүәләйбеҙ Ҡар бабай!» бәйгеһенә лә республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән әллә күпме фотолар килде! Ә Ҡар бабайҙарҙың ниндәйе генә юҡ! Фантазияғыҙҙың бай булыуы һоҡландырҙы. Афарин, дуҫтар! Бәйге булғас, еңеүселәрһеҙ булмай, әлбиттә. Беҙ ҙә фотобәйгегә йомғаҡ яһап, иң шәп Ҡар бабай хужаларын билдәләп китергә булдыҡ.
I урынды бер тауыштан Әбйәлил районы Ҡушый мәктәбенең III синыф уҡыусыһы Юлай РӘХМӘТУЛЛИНға бирергә ҡарар иттек. Ул Ҡар бабайҙарҙың тотош ғаиләһен эшләгән! Барлығы туғыҙ Ҡар бабай! Олоһонан бәләкәйенә тиклем бөтәһе лә бар. Афарин, Юлай! Бәйгегә ижади ҡарауың маҡтауға лайыҡ.
II урынды Бөрйән районы Тимер мәктәбенең II синыф уҡыусылары яуланы. Уҡыусылары ғына түгел, хатта Ҡар бабайҙары ла сәләмәт тормош яҡлы! Саф һауала зарядка эшләп торған Ҡар бабайҙары шул тиклем матур килеп сыҡҡан. Ҡотлайбыҙ, икенселәр!
III урынды өс Ҡар бабай хужаһы эләктерҙе. Бына улар: Ауырғазы районы Төрөмбәт ауылынан Ренар Ибраҡов, Баймаҡ районының 2-се Этҡол мәктәбе, Өфө ҡалаһының 216-сы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Айҙар Ғәзизов.
Иң беренселәрҙән булып бәйгегә фотоһын ебәреүсе Хәйбулла районы Яңы Ергән ауылынан Кәрим Рәхмәтов та гәзитебеҙҙең Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнә.
Шулай уҡ Әлшәй районы Ҡыпсаҡ-Асҡар мәктәбенән Фәнзил Кәримов «Иң көләс Ҡар бабай», Әбйәлил районының Асҡарҙағы «Миләш» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Ларина Баймырҙина һәм шул уҡ ауылдан Вилдан Ырыҫбаев «Иң ҡупшы Ҡар бабай» номинацияларында уңышҡа иреште.
Еңеүселәрҙе ихлас ҡотлайбыҙ! Уларға «Йәншишмә»нең Маҡтау ҡағыҙҙары ебәреләсәк. Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла ҙур рәхмәт. Һәр ваҡыт шулай әүҙем булып ҡалығыҙ, гәзитебеҙ үткәргән бәйгеләрҙән ситтә ҡалмағыҙ, йәме!
Юлиә КИРӘЕВА.