

Тәүге сығаралыш 11 февралдә күрһәтеләсәк. 10 йәшлек Рамазан Балалар сәнғәт мәктәбендәге уҡытыусыһы Виктория Аритҡолова кәңәше буйынса Юрий Шатунов репертуарынан "Глупые снежинки" йырын башҡарасаҡ. Әйткәндәй, ғәжәйеп матур тауышлы йырсы Рамазандың репертуарында башҡортса, инглизсә йырҙар ҙа бар.
Яңы миҙгелдә йәш таланттарҙың сығыштарын Егор Крид, Полина Гагарина һәм Баста баһалаясаҡ. Проекттың алып барыусылары - Дмитрий Нагиев һәм Агата Муцениеце.
Рамазан Биккининға уңыш йылмайыуын теләйбеҙ!
Фото: "Стерлитамакский рабочий".