+11 °С
Облачно
VKOKTelegram
Бәйгеләр
9 Февраля 2022, 07:40

Илебеҙҙең биҙәге бит улар!

Туймазы ҡалаһының башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгендә "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе - 2022" асыҡ республика бәйгеһенең төбәк этабы үтте. Уны Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, "Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы" халыҡ-ара йәмғиәт ойошмаһы һәм Туймазы районы хакимиәте онлайн форматта ойошторҙо.

Илебеҙҙең биҙәге бит улар!Илебеҙҙең биҙәге бит улар!
Илебеҙҙең биҙәге бит улар!

Бәйге башҡорт халҡының телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, мәҙәниәтен һаҡлаусы һәм үҫтереүсе өлгөлө ғаиләләрҙе Рәсәйҙә йәшәүсе халыҡтарға танытыу маҡсаты менән үткәрелә. Унда Туймазы, Бәләбәй, Октябрский ҡалаларынан, Шаран, Әлшәй, Бүздәк, Туймазы, Благовар, Йәрмәкәй райондарынан килгән 11 ғаилә ҡатнашты. Конкурсанттарҙы Туймазы районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмзинә Әбсәләмова етәкселегендәге профессиональ жюриҙар баһаланы. Шулай итеп, «Ғаилә ижады» номинацияһында Туймазы ҡалаһынан Әлфиә һәм Дамир Ибраһимовтарҙың ғаиләһе еңеүсе тип табылды. Улар Азалия һәм Рөстәм исемле ике бала тәрбиәләй.

«Ғаилә һөнәре» номинацияһы Бәләбәй ҡалаһынан Эльмира һәм Радик Маликовтарға бирелде. Был ғаиләлә өс малай үҫә. 

«Ғаилә ҡиммәттәре» номинацияһына Туймазы районы Ҡандракүл ауылынан дүрт бала үҫтереүсе Сулпан һәм Әлфир Вәлитовтар лайыҡ булды. 

Район-ҡалаларҙа һайлап алыу турҙары тамамланғас, республика бәйгеһе 1 мартта "Етегән" байрамы сиктәрендә ойоштороласаҡ.

Фото:https://tuvest.ru/news/novosti/

 

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас