+17 °С
Дождь
VKOKМакс
Бәйгеләр
10 Февраля 2022, 12:45

Өлгөлө башҡорт ғаиләләре билдәләнде

«Өлгөлө башҡорт ғаиләһе - 2022» асыҡ республика бәйгеһенең төбәк этабы бөгөн Тәтешле районында үтте. Уны Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы» халыҡ-ара йәмғиәт ойошмаһы һәм Тәтешле районы хакимиәте ойошторҙо.

Өлгөлө башҡорт ғаиләләре билдәләндеӨлгөлө башҡорт ғаиләләре билдәләнде
Өлгөлө башҡорт ғаиләләре билдәләнде

Башҡорт телен, мәҙәниәтен, йолаларын үҫтереүгә һәм һаҡлауға булышлыҡ иткән өлгөлө ғаиләләрҙе асыҡлау маҡсатында уҙғарылған был сара, эпидемиологик хәлдең ҡатмарлашыуы сәбәпле, онлайн форматта барҙы. Тәтешле, Асҡын, Борай, Ҡариҙел, Нуриман райондарынан, Бөрө ҡалаһынан, хатта Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районынан иң шәп ғаиләләр үҙ ара көс һынашты. Улар туған телдәрендә ғаиләләре, шөғөлдәре, традициялары хаҡында төшөрөлгән видеоролик та тәҡдим итте.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса «Ғаилә ижады», «Ғаилә ҡиммәттәре», «Ғаилә кәсебе» номинацияларында еңеүселәр билдәләнде.

«Ғаилә ижады» номинацияһында I урынды Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районынан Ғәлиевтәр ғаиләһе яулаһа, «Ғаилә ҡиммәттәре» номинацияһында Тәтешле районынан Арманшиндарға етеүсе булманы.  Ә «Ғаилә кәсебе» номинацияһында тәүге урындарҙы Ҡариҙел районынан Ғәлинуровтар һәм Асҡын районынан Ғәлиевтәр бүлеште.

Фото:https://vatandash.ru/news/obraztsovye-sem

 

 

Өлгөлө башҡорт ғаиләләре билдәләнде
Өлгөлө башҡорт ғаиләләре билдәләнде
Өлгөлө башҡорт ғаиләләре билдәләнде
Өлгөлө башҡорт ғаиләләре билдәләнде
Өлгөлө башҡорт ғаиләләре билдәләнде
Өлгөлө башҡорт ғаиләләре билдәләнде
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас