+29 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бәйгеләр
12 Февраль 2022, 19:10

Атайым – Афған һуғышы ветераны

Атайым  Рәшит Фәхретдин улы Әйүпов – матур тәбиғәтле Бөрйән бөркөтө. Тап шулай, тип әйткем килә минең.  Ул:"Ҡырыҫ тәбиғәтле, яланғас тау-таштарҙан торған Афған илен күргәндән һуң, үҙ илебеҙ, тыуған еребеҙ ожмах һымаҡ", – ти. Эйе, атайым –  Афғанистан сиген атлап сығыусы совет һалдаттарының береһе. Афған һуғышында ил именлеге өсөн  үҙ өлөшөн лайыҡлы индергән һалдат бит ул... #АтайымТаянысымКонкурсы

Атайым –  Афған һуғышы ветераныАтайым –  Афған һуғышы ветераны
Атайым – Афған һуғышы ветераны

 Ул тәбиғәт ҡосағында йөрөргә ярата. Беҙҙе генә түгел, ситтән килгән ҡунаҡтарҙы (туғандарын, дуҫтарын, таныштарын) тәбиғәткә, йылға буйҙарына алып сыға, ер-һыу атамалары менән таныштыра. Хатта килгән ҡунаҡтар: "Тере энциклопедия", – тиҙәр, хатта үҙен. Атайым һәр саҡ, ҡайҙа йөрөһә лә ер-һыу атамаларын, ул тирәлә булған хәл-ваҡиғалар хаҡында ентекләп һөйләп бара. Унан һис шикһеҙ, яҡшы экскурсовод сығыр ине, тип уйлайым. Тәбиғәтте, Тыуған илен ныҡ ярата, шуға ла белгәндәрен беҙгә, балаларына, һөйләй һәм аңлата. Беҙ ғаиләлә – һигеҙ бала. Ныҡ бәхетлебеҙ. Атайым – уңған, тырыш һәм яҡшы кеше. Уға ныҡлы һаулыҡ теләйем.

Вәсилә Әйүпова, йәш хәбәрсе.

Бөрйән районы,

Байназар мәктәбе.

Атайым –  Афған һуғышы ветераны
Атайым – Афған һуғышы ветераны
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас