+26 °С
Ясна
VKOKМакс
Бәйгеләр
13 Февраль 2022, 04:25

Атайым – эшһөйәр, талапсан һәм яуаплы кеше

Минең атайым   IX синыфты тамамлағас, "Ағиҙел" колхозына малсы булып эшкә сыға. Ҡыштарын һәм йәйҙәрен ҡуна ятып, һыйыр һәм йылҡы малдарын ҡарай. 1988 – 1990 йылдарҙа үҙенең хәрби бурысын үтәй. Ул алыҫ Германияның Люксембург ҡалаһында Хәрби һауа көстәре хеҙмәтен бик яҡшы һәм намыҫлы үтәп, тыуған яғы Бөрйәнгә ҡайта.   #АтайымТаянысымКонкурсы

Атайым – эшһөйәр, талапсан һәм яуаплы кешеАтайым – эшһөйәр, талапсан һәм яуаплы кеше
Атайым – эшһөйәр, талапсан һәм яуаплы кеше

Атайым – эшһөйәр, талапсан һәм яуаплы кеше. Уның ҡулынан килмәгән эше юҡ. Миңә лә өйрәтә, үҙем дә  уға  ярҙам итергә тырышам. Атайым мал йәнле кеше ул. Эшен яратып башҡара. Ул – беҙгә терәк, таяныс. Ғәзиз кешемә ныҡлы һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләйем.

Азамат Ҡарағолов, йәш хәбәрсе.

Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.

 

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас