+12 °С
Облачно
VKOKTelegram
Бәйгеләр
13 Февраля 2022, 06:10

Бәхетлемен

Донъяла һәр бала атайлы үҫергә тейеш. Әсәй беҙгә ни тиклем ҡәҙерле, атай ҙа шулай. Атайым булғас, мин дә бәхетлемен. Атайымдың исеме – Маҙһар. Ул Әбйәлил юл ремонт-төҙөлөш идаралығында тракторсы булып эшләй. Юл буйҙарын ҡышын ҡарҙан таҙарта, йәйен ҡый үләндәрен саба. Эше хәүефле, һәр ваҡыт юлда. #АтайымТаянысымКонкурсы

БәхетлеменБәхетлемен
Бәхетлемен

Беҙ атайыбыҙҙы ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алабыҙ. Эштән бушаған ваҡыттарында атайым миңә  кәңәш биреп, эшкә өйрәтә. Шулай хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләй. Мин  дә атайыма өй эштәрендә ярҙамлашам.
Уның менән ғорурланам, беҙгә  терәк-таяныс булып, оҙаҡ йәшәүен теләйем.

Вәлинур Ғәлин,

V cиныф уҡыусыһы.

Әбйәлил районы, Ҡаҙмаш мәктәбе. 

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас