

Һәр хәлдә, минең атайым шулай! Атайым Иҙел Рәмил улы Вәлиев, Баймаҡ районы Байым ауылында тыуһа ла, яҙмыш уны Ҡаратал ауылына алып килеп төпләндерә. Ауылда уны ихтирам итеп, яратып торалар, сөнки ҡулынан килмәгән эше юҡ. Мейес сығарыусы, механик, слесарь, балта оҫтаһы, ауылда үткән төрлө мәҙәни сараларҙа баян уйнап, ауылдаштарының күңелен күтәреүсе лә.
Тыуған ил алдындағы бурысын да атайым лайыҡлы үтәгән. Рәсәйҙең ҡораллы көстәр сафына 1988 йылдың 23 ноябрендә Баймаҡ хәрби комиссариатынан юл ала. Ҡышҡыһын — бик һыуыҡ, ә йәй көндәре бик эҫе булған Байкал аръяғы Чита өлкәһендә урынлашҡан янғын һүндереү часында хеҙмәт итергә насип була. Атайымдың хәрби билетында «ут һүндереүсе-ҡотҡарыусы» тип яҙылған. Йәйге эҫелә бик күп янғын һүндерергә, хатта кеше ғүмерҙәрен дә ҡотҡарырға тура килә уға. 13 кешенән генә торған янғын һүндереү командаһы үҙҙәренә йөкмәтелгән бурыстарҙы теүәл һәм ваҡытында башҡара. Хеҙмәт итеүенә бер йыл тулды тигәндә, отделение командиры итеп ҡуялар. Ул ваҡытта әрме сафында егеттәр ике йыл хеҙмәт иткән. Атайым Тыуған ил алдындағы бурысын намыҫлы үтәп, имен-һау тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Әрмегә тиклем ҡулына Сибай педагогия училищеһының дипломын алып киткәс, мәктәпкә уҡытыусы булып эшкә урынлаша. Шул уҡ ваҡытта БДУ-ның география факультетына ситтән тороп уҡырға инә. Уҡытыусы һөнәре уны Ҡаратал ауылына алып килә. 10 йыл ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлаған.
Әлеге көндә атайым, юғары белемле булһа ла, Себергә йөрөп эшләй. Уны алыҫҡа эшкә ебәрге килмәй, һәр ваҡыт эргәлә генә йөрөүен теләйем, ләкин ауылда эш булмауы арҡаһында атайым ситтә йөрөргә мәжбүр. Атайымдың Себерҙән ҡайтыуы оло бер байрам төҫлө. Бер байрамды ла мин шулай һағынып, ашҡынып көтөп алмайым. Атайым — минең кәңәшсем, терәк-таянысым. Ул булғанға киләсәк тормошом яҡты, нурлы, өмөтлө. Рәхмәт һиңә, атай!
Динияр Вәлиев, VIII синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы, Ҡаратал мәктәбе.