+13 °С
Дождь
VKOKTelegram
Бәйгеләр
15 Февраля 2022, 07:00

Беҙҙе яңғыҙы тәрбиәләй

Минең атайым Борис Рәвил улы Александров Баймаҡ районы Түбә мәктәбенда физика, математика, информатика фәндәренән балаларға белем бирә.

Беҙҙе яңғыҙы тәрбиәләйБеҙҙе яңғыҙы тәрбиәләй
Беҙҙе яңғыҙы тәрбиәләй

23 йыл хеҙмәт стажы. Әсәйем мәрхүмә булғанға өс йыл үтте. Атайым беҙгә, 4 балаға ныҡлы белем, матур тәрбиә бирергә бөтә көсөн һала. Өлкән апайым Анжела Сургутта дауаханала шәфҡәт туташы, Маргарита апайым Сибай медколледжында белем ала. 

Киләсәктә апайҙарым юлынан медицина һөнәренә эйә булырға теләйем. Беҙ өйҙә атайым менән башҡортса иркен һөйләшәбеҙ. Маргарита апайым башҡорт теленән өс йыл рәттән еңеүсе булһа, ә үҙем ике йыл рәттән еңеү яуланым. Атайым беҙ тырышып уҡыһын өсөн ныҡ тырыша. Ауылда мал көтә, ҡош-ҡорттар үрсетә, ә баҡсала емеш-еләк  үҫтерә. Беҙ ҙә уға ярҙам итәбеҙ, йәй көнө бесәнгә йөрөйбөҙ. Ә уның бешергән бәлештәре телеңде йоторлоҡ!

Ғаиләбеҙҙә лә, ауылдаштарына ла бик ярҙамсыл, кешелекле, ихлас, нимәгә тотонһа ла еренә еткереп, эшен яратып башҡара. Быйма баҫыу оҫталығы менән дә билдәле. Атайым беҙҙең өсөн уҡытыусы ла, кәңәшсе лә, терәк-таяныс, әсәй урынында ҡалған хәстәрлекле тәрбиәсе лә. Яңғыҙы дүрт баланы ҡанаты аҫтына алып, беҙҙе бар яҡтан тормош юлына әҙерләй. Аталы бала-арҡалы бала, тиҙәр, бит. Беҙ ҙә иң шәп атайлы булыуыбыҙ менән ғорурланабыҙ, уны яратабыҙ, ихтирам итәбеҙ. Әлдә һин бар атай, донъяла, тип ҡыуанабыҙ.

Рафаэль Александров,

XI синыф уҡыусыһы. Сибай гимназия-интернаты.

#АтайымТаянысымКонкурсы

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас