+19 °С
Облачно
VKOKTelegram
Бәйгеләр
17 Февраля 2022, 11:20

Атайһыҙ тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайым

Шулай тип башлаған мәҡәләһен Туймазылағы 6-сы мәктәптең III "В" синыфы уҡыусыһы Ислам Латипов.

Атайһыҙ тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайымАтайһыҙ тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайым
Атайһыҙ тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайым

Атайымдың исеме – Флорид. Беҙҙең ғаиләнең терәге,таянысы. Кәңәштәре менән һәр саҡ ярҙам итә, унан күп нәмәгә өйрәнәм. Атайһыҙ тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайым. Һәр саҡ беҙгә  өлгө ул. Атайым менән бергә булған мәлдәрҙе файҙалы үткәрергә тырышам. Үҙенең бала сағынан ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе һөйләп,көлдөрөп тә ала. Мәктәптән ҡайтҡас, ниндәй билдәләр алыуымды һораша,нисек уҡыуым менән ҡыҙыҡһына. Ғаиләлә үҙебеҙҙең йолаларыбыҙ бар. Йәйгеһен беҙ бергәләп тәбиғәттә ял итергә яратабыҙ. Атай, һинең менән ғорурланам һәм үҙеңде ныҡ яратам!

#АтайымТаянысымКонкурсы

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас