

"Минең сәскәләрем", – тип ярата беҙҙе атайым. Ауылда мал ҡараусы булып эшләй. Көнө буйы эштә булыуына ҡарамаҫтан, йән атып торған ҡыҙҙарына ваҡыт таба. Атайым менән һүрәт төшөрәбеҙ, китап уҡыйбыҙ, йорт эштәрен бергә башҡарабыҙ. Ул – бик уңған, эшһөйәр, ярҙамсыл кеше. Атайым бик тыныс, йомшаҡ һүҙле. Ул һеңлем менән мине иркәләп-наҙлап ҡына тора. Атайымды Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайым", – тип яҙа.